Пост канала
- фото
Ҡыҙ: “Һин ыштан кейеп, егет булып яңылышып йөрөйһөң бит”,-тине тыныс тауыш менән. Эскәмйә янына өймәкләшкән ир-егеттәр хәҙер ниҙер буласағын тойоп, шым ҡалды. Егет: “Хәлимә, һин бар лутсы ҡайтып сәңгелдәк әтмәллә. Һарай һала белгәс, уныһын ғына эшләй алаһыңдыр”,-тине мыҫҡыллы йылмайып. Янындағылар шарҡылдап көлөргә тотондо. Хәлимә: “Мин, ярай, кәртә-ҡурамды үҙем йүнәтәм, үҙем һалам, ә һинеке емерелеп бөтөп бара бит”,-тине. Барыһы ла шымып ҡалды. Батыр булып ҡыланған егет тә бөршәйгәндәй тойолдо. Ҡыҙ һүҙен дауам итеп: “Әйтәм бит, ыштанды яңылыш кейеп йөрөйһөң һин! Итәк кейеп, ғәйбәт сәскән бисә-сәсә янында урын алырға ваҡыт етте һиңә”,-тине һәм ҡапыл егетте матҡып тотоп алды. Был хәлде береһе лә көтмәгән ине. Егеттәр күмәк булһа ла, ярһыған ҡыҙ янына барырға батырсылыҡ итмәне. Хәлимә ул арала теге егеттең ыштанын һыпырып төшөрөп, кеҫәһенән сыбар күлдәк сығарып, башы аша кейҙереп тә өлгөрҙө. https://hakmar.ru/articles/kho-u-a-lau/2026-08-25/k-el-don-ya-yn-sha-aryp-asma-y-4792594
Открыть в MAX- Просмотры
- 32
- ER
- —
- Реакции
- —