Пост канала
- ссылка
Мәңге йәшел һомғол ҡарағайҙар, тыныс йоҡлағыҙ тигәндәй, һаҡҡа баҫҡандар. Араларында һирәк-мирәк үҫкән ҡайын, муйыл ағастарының төрлө төҫтәге япраҡтары, сыбар балаҫ төҫлө, беленер-беленмәҫ һуҡмаҡтарҙы ябып түшәлгән. Яҡында ғына йылға тауышы ишетелә, ҡоштар сутылдап ҡуя. Яланғас түбә битендә, мал-тыуарҙы өйөрөп, көтөүсе сыбыртҡыһын шартлата. Оло трассанан бер өҙлөкһөҙ машиналар геүләп үтә. Тормош ҡайнай, тормош дауам итә... Йәмилә зыярат эсенә инде. Бисмиллаһын әйтеп, һаҡҡына баҫып атланы. Әллә шомланыуҙан, әллә бер үҙе генә булыуынан шөрләпме, тәне зымбырҙап, өшәнеп ҡуйҙы. Төрлө ҙурлыҡтағы ҡәберлектәрҙән шыҡһыҙ һалҡынлыҡ бәрелә. Рәшәткәләргә ҡуйылған фоторәсемдәрҙән, бары һиңә генә ҡарағандай, өнһөҙ ҡараштар төбәлә. Ололар, урта йәштәгеләр, балалар. Таныштар, таныш булмағандар... Эй, Хоҙайым! Ҡасандыр бер улар ҙа тырышып-тырмашып йәшәп ятҡандыр, донъя көткәндер. Ҡыуаныс-шатлыҡтары ла, ҡайғы-хәсрәттәре лә етәрлек булғандыр. Бына инде яҡты донъялағы эштәрен мөмкин тиклем теүәлләп, йән тыныслығы табып, мәңгелек йорттарына күскәндәр. Кеше ғүмерҙәре, аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә... Ҡулына буяу һауыты, бумала тотҡан Йәмилә, шулай уйланып, әсәһенең ҡәбере эргәһенә килеп баҫты. Текмәһе бер яҡҡа ҡыйшайыңҡыраған, буяуы уңа башлаған. Яҙын ултыртып киткән сәскәләре һулып ҡәбер өҫтөнә һылашҡан. Фоторәсеме тоноҡланып ҡалған. «Һаумы, әсәй! Бына килеп еттем. Оҙаҡланым шул, ғәфү ит инде. Донъя мәшәҡәттәренән бушағансы, йәйем көҙгә тоташты», – тип аҡланырға теләгәндәй, үҙ алдына һөйләнде, күҙенә йәш алды. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-21/imm-tle-ber-tashy-hik-y-f-ri-sitdi-ova-4789222
Открыть в MAX- Просмотры
- 31
- ER
- —
- Реакции
- —