Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Моңоң ҡалды һибелеп күңелдәрҙә, Илһам... ...Гәзитебеҙ биттәрендә төрлө замандаштар, шәхестәр хаҡында мәҡәләләр, әңгәмәләр донъя күреп тора. Бынан ике йыл элек Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты Илһам Абдуллин хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ. Студент тиһәк тә, әйтергә кәрәк, белем тауына үрләүсе генә ябай егет түгел ине ул. Әрме сафын үткән, алыҫ тарафтарҙа эшләп тә, тормоштоң башҡа һынауҙарын үтеп өлгөргән йәш кеше. Әммә эш унда ла түгел, үҙе белем алған педагогика һәм психология факультетында үткән сарала йырлауын күреп хайран ҡалғайныҡ. Егет менән яҡынданыраҡ танышыу сәбәбе шул үҙенсәлекле моңона бәйле булды ла. Илһам Абдуллин моңло тауышы менән, баҡтиһәң, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов төркөмдә йырлап, тамашалар үткәреп йөрөй булып сыҡты. Мәҡәлә геройы ул саҡта күптәрҙе һоҡландырҙы, хөрмәт ҡаҙанды. Бөгөн... Илһамдың махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ишеттек. Ә бит ул саҡта, әңгәмә ҡорған саҡта шаярышып донъя кимәлендә танылыу яулағас тағы мәҡәлә яҙырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Яҙмаған... Әммә, шуныһы ғәмәл: уның йырҙары, күптәрҙең йөрәктәрендә ҡалды, ә тыуған ил алдындағы батырлығы донъя кимәлендәге танылыуҙан да бөйөгөрәк! Тыныс йоҡла батыр, моң эйәһе Илһам. https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2024-01-25/il-am-s-te-u-as-3617472

    Открыть в MAX
    Просмотры
    34
    ER
    2,9%
    Реакции
    1