Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. Яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтып килгәйнем. Иҫәнлек-һаулыҡ белешеп китәйем тип МТМ тирәһендә ҡайнашҡан ауылдаштар янына ла һуғылырға булдым. Шаян һүҙ ҡыҫтырып ауыл, донъя хәлдәре тураһында бер ауыҡ гәпләшеп торғандан һуң Шәрәфетдин, ағай былай тине: – Һин маладис булып сыҡтың, ҡустым, яҙыусы булып киттең... Яҙыусылар союзына алыныуыңды ишеткәс, беҙҙең ауылдан да бер яҙыусы сыҡты тип шатландыҡ. – Эйе, эчлен булды, – тине төртмә теллерәк холоҡло Ғәлинур исемле йәштәшем йылмайып, – Яҙыусылар союзы эчлены... – Беҙҙең ауыл тураһында берәй әҫәр яҙаһыңмы? – тип ҡыҙыҡһынды үҙенә йәштән китап ене ҡағылған Шәрәфетдин ағай. – Яҙыусы исеме алып, ҙур кеше булғанһың икән, тыуған ауылыңды ла күтәрергә тейешһең. Мин уға яуап биреп өлгөрмәнем, әҙерәк төшөрөп алған Ғәлинур ярып һалмаһынмы: – Һин, Шәрәфетдин абзый, бигерәк ебәрәһең. Яҙыусы ла яҙыусы тиһең. Яҙыусы ла беҙҙең кеүек кешелер инде. Әллә ние менән айырылмайҙыр беҙҙән... – Эйе, – тине уның дуҫы Әлтәф, – яҙыусы беҙҙән нимәһе менән артыҡ? – Ысынлап та, һин беҙҙең кеүек ябай халыҡтан ни ерең менән айырылаһың? – тип һораны Ғәлинур миңә һынамсыл төбәлеп. Мин ни әйтергә лә белмәй уйға ҡалдым. Башымды күтәреп ярты күкте ҡаплап алған һоро болоттарға ҡараным. Көҙгө көн йонсоу ине, етмәһә, ямғыр һибәләй башланы. Ошо мәл Шәрәфетдин ағай миңә ярҙамға килде. Күҙлеген төҙәтеберәк кейҙе лә, хәйләкәр йылмайып, Ғәлинурға һорау бирҙе: – Ямғыр яуа... Ошо тәбиғәт күренешен һин нисек итеп әйтеп бирер инең? Ғәлинур уға сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы. Унан һуң, күккә ҡараш ташлап алғас, маңлайын йыйырып, бер килке уйланып торҙо ла: – Нейә, ямғыр яуа инде... Уны тағы нисек итеп әйтәһең? Ямғыр яуа. Убсым да, хреновый погода, – тине. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-21/yam-yr-yaua-fl-r-limov-4789228

    Открыть в MAX
    Просмотры
    33
    ER
    —
    Реакции
    —