Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Иртәнге намаҙҙы уҡып ултырған ваҡытта намаҙ һуңынан доғаларҙы уҡып бөтөп башымды күтәрһәм, түбә мөйөшөндә ҙур паукка оҡшаған ҡап- ҡара ниндәйҙер бер йән эйәһенең торғаным күргәйнем. Тиҙерәк йүгерҙем ваннаға, сепрәк алып килеп һөртәйем тиеп килһәм, уже юҡ булды. Буш булдымы, күҙемә күрендеме әллә тип бер аҙ аптырап торҙом. Әммә икеләнергә һис урын юҡ. Мин әле үҙ аҡылымда, үҙ зиһенемдә, һаулығыма зарланмайым. Кемгәлер һөйләһәң : "Күҙеңә күренгәндер... " ти ҙә ҡуя. Хәйер, хәҙер кеше битараф бит һөйләгән хәбәреңә, кеше хәбәрен тыңларға кешенең хәҙер ваҡыты юҡ, шуға күрә күбеһенсә булған ваҡиғалар кешенең үҙендә тороп ҡала. Әммә мин мөйөш түбәһендә ҡап- ҡара булып ниндәйҙер йән эйәһенең торғанын ап-асыҡ күрҙем бит... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-08-21/y-ey-e-barmy-ul-4788587

    Открыть в MAX
    Просмотры
    27
    ER
    —
    Реакции
    —