Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    – Ошонда ғына күмгәйнем бит!.. Һөйләнә-һөйләнә ҡулымдағы таяҡ менән һарай артында ҡойма буйындағы ерҙе ҡаҙам. Күҙемдән сөбөрләп аҡҡан йәшем күҙҙәремде томалай, танауға килеп тығыла. Ҡулдарым бысраҡ булғанға, битемде еңем менән һыпырам. – Әллә ошондараҡ микән? – Ятҡан килеш арыраҡ шыуышам. Яңы урындан ҡаҙый башлайым. – Тәрән күммәнем бит һуң!.. Хәлһеҙлегемә, көсһөҙлөгөмә йәнем көйөп нығыраҡ үкһейем. Тәүҙә, кеше ишетеп, күреп ҡалһа, тип шым ғына илай инем, тора-бара бөтә нәмә онотолдо. Табылмай бит! Илағанға, көйгәнгәлер, ҡулымдың тамам хәле бөттө. Битем менән ергә ҡапландым да шымып ҡалдым. Ҡапыл ғына күҙ йәшем тымды. Оҙаҡ үкһеүҙән ара-тирә яурындарым ғына дерелдәй. Уйҙарым зыяратҡа алып китте. Унда бөгөн Рәмилде күмәләр. Моғайын, тап әлеге ваҡытта уның мәңгелек йортон әҙерләйҙәрҙер. Шул ҡәбергә уның менән бергә төшөп ятҡым килә. Ҡыҫып ҡына ҡосаҡлар инем дә... бөтөр ине барыһы ла – яфаланыуҙарым, кеше көнлө булып ултырыуҙарым, үсәүҙәр, төртмә һүҙҙәр, төрлө ләститтәр. Ә мин... ә мин бәхетле йылмайып, яратҡан кешемдең ҡуйынында мәңгегә йоҡоға талыр инем. Күҙ алдыма килтергәс, рәхә-әт булып китте. Хатта Рәмилдең мине ҡосаҡлаған көслө ҡулдарын тойғандай булдым. Тик эргәлә генә, урам эсендә, эт өрөп ебәрҙе һәм мин ерҙә ни эшләргә белмәй үрһәләнгән ни тере, ни үле түгел кәүҙәмә кире ҡайтырға мәжбүрмен. Үҙем тураһында шулай тим, сөнки инсульттан һуң бер яҡ кәүҙәм әрәкәтһеҙ. Тимәк, үле. “Тотошлай ғына үлгән булһамсы!” – тип әҙ иланыммы ни! Үҙемдең ошондай ярты-йорто хәлдә тороп ҡалыуымда ла, әле килеп Рәмилдең үлемендә лә мин генә ғәйепле! Кешегә аламалыҡ ҡылып, үҙең бәхетле булыу мөмкин тиме ни?! Ул ваҡытта күҙемә аҡ-ҡара күренмәй ине шул. Көнләшеүем, мөхәббәтем, нәфрәтем шул тиклем көслө ине. Ул көндө Рәмилдең туйы бара ине. Тап әлегеләй үкереп илап икебеҙҙең рәсемде ошонда, һарай артында ергә күмеп ҡуйғайным. Йәнәһе, мөхәббәтебеҙҙе ерләйем... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-21/erg-k-melg-n-r-sem-hik-y-g-lnara-mostafina-4789231

    Открыть в MAX
    Просмотры
    24
    ER
    —
    Реакции
    —