Пост канала
- ссылка
Асыҡ тәҙрә аша ингән төнгө һалҡынса һауа һулышты киңәйтеп ебәрҙе. Өй алды баҡсаһында үҫкән ҡыуаҡтар, дымлы һауала ирәбеләнеп, тағы ла көслөрәк аңҡый; юл ашаһында һуҙылған колхоз баҫыуында бытбылдыҡтарҙың «юҡ булдыҡ» тип ҡасышмаҡ уйнағаны, баҫыу башындағы күл буйында тәлмәрйендәр баҡылдағаны ишетелә. Мин, көлөмһөрәп, яланғас йомро беләктәрен ҡаушырып, йондоҙ яуған күккә баҡҡан Һандуғас апайыма ҡарайым. Бала саҡта апайымдан (ул саҡта ла икәү бергә ошолай һил төндө тамаша ҡылған мәлдәр булғандыр инде) тәлмәрйендәрҙең ни тураһында гәпләшкәнен төпсөшкәнем иҫкә төштө. Ул бөтә ҡош-ҡорттар, кейек-хайуандарҙың телен белә торғайны. Был юлы ла аптырап ҡалманы. «Инә баҡа», – тине ул, күҙҙәрен генә көлдөрөп. «Кәкре-бөкрө ботома ситек кейҙермәйһең», – тип һамаҡлай, ә ата баҡа: «Саб-ы-ы-ыр ит...» – ти. Инәһе: «Ялпаҡ-йолпаҡ башыма Ҡалпаҡ алып бирмәйһең», – тип үпкәләй. Атаһы тағы: «Сабы-ы-ы-ыр», – тип йыуата. Меҫкен инә тәлмәрйенде йәлләп тә ҡуям: берәй нәмәне бик булдырғың килеп тә, булдыра алмаһаң, ҡыйын бит ул. Бындай хәлдәр минең менән дә булғыланы. Ошондай айлы төндәрҙә «ҡәҙер төнө» асылып-фәлән китһә тип, теләгән теләктәремде алҡымыма йәшереп, аҙ баҡтыммы был күпте вәғәҙә иткән серле күккә? Күпме генә көтһәм дә, күк ҡабағы ярылманы, бойомға ашмаған теләк-хыялдарым шул килеш ҡала, ваҡыт ҡояшында уңа-кибә торҙо, алмашҡа яңылары килде, көйҙөрә-яндыра бирҙе... Шул саҡ күл буйлап бер рәт кенә булып һуҙылған ауылдың арғы осонда кемдер гармун телдәренә баҫты. Башта ҡыйыуһыҙ ғына ағылған моң көсәйә төштө. Төнгө һауаны, күңелде ошо моң арбаны. – Бына шулай гел уйнай ул. «Еҫлегөл»... – Мин онотолоп торған еремдән, «Ни тинең?» тигән һымаҡ, Һандуғас апайыма ҡараным. – Гармунсыны әйтәм. Ҡатыны үлгәс, ситкә сығып киткәйне, йыл да отпускыға ҡайта, һәр йылдың ошо мәлендә ошо көйҙө тыңлап... йыуанам. Мин уҡталыбыраҡ апайыма ҡарап ҡуйҙым. Сәстәренә йылдар көмөш уҡа тартҡан, йөҙөнә тамға-йыйырсыҡтар һалған, кәүҙәгә лә ҡалынайып, ауырайып киткән. Иллене ҡыуа шул апайым. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-21/ta-sulpan-aripova-e-leg-l-hik-y-4789216
Открыть в MAX- Просмотры
- 25
- ER
- —
- Реакции
- —