Пост канала
- фото
– Мөхәррәм ҡайтты... – Гөлйөҙөм апай урынынан һикереп торҙо. Ләкин егет тиҙ генә инмәне. Атын илтеп ҡайтҡас та, соланда ниҙер эшләп йөрөнө, шунан тағы ҡайҙалыр китеп юғалды. – Һыу буйына төшкәндер, шунда йыуынырға ярата ул, – тип аңлатты әсәй кеше. Ҡыҙыҡ та инде ҡыҙҙар күңеле, Мөхәррәмдең аяҡ тауыштары ишетелеү булды, Фәриҙә әллә нимәгә ҡаушаны ла төштө. Ҡыҙарынып китте, башын тағы ла нығыраҡ эйеп ашаған кеше булды. Бына бүлмәгә, боларған шырт сәстәрен һыпыра-һыпыра, ҡыҙҙар һымаҡ һылыу ғына йөҙлө һомғол егет килеп инде. Ул ҡапыл ауыҙ асып туҡтаны ла ҡалды. Башта – ят ҡыҙға, шунан мөйөштәге шаршауға ҡараны. Уны ҡасандан бирле көтөп торған әсә: – Ниңә ҡунаҡ менән иҫәнләш-мәйһең, улым? – тине. – Шәпмеһегеҙ әле. – Иҫәнмеһегеҙ. – Фәриҙә ҡып-ҡыҙыл булды. – Фәриҙә ҡыҙым беҙҙең ауылға эшкә килгән, китапханасы булып. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-08-20/e-batmus-4788242
Открыть в MAX- Просмотры
- 33
- ER
- —
- Реакции
- —