Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Ата өйрәк, муйынын һуҙып, һөжүмгә ынтылғандай, ҡарғаға ҡарап быжҡ-быжҡ килә. Инәләре ҡанаттары менән бәпкәләрен ышыҡларға тырыша, үҙенсә генә, ҡош телендә генә янына саҡыра, ҡыҙҙан ярҙам һорағандай, бер тегеләй, бер былай әйләнеп, өҙгөләнеп тауыш бирә. Гөлнар аптырап ҡалды: хатта өйрәктәр ҙә, үҙ балаларын ҡурсалап, йыртҡыс ҡошҡа ҡаршы тора ала икән?! Уның да атаһы булһа, ҡыҙҙарын шулай һаҡлар, яҡлар, уларға бер кем баҙына алмаҫ ине. Әсәһе әйткәнсә, аталы бала – арҡалы. https://ejansura.ru/articles/ataisal/2026-08-15/hyyalda-y-atay-4775521

    Открыть в MAX
    Просмотры
    34
    ER
    —
    Реакции
    —