Пост канала
- фото
📍Һыуыҡ мейес Ер йөҙөндә нисә кеше булһа, шунса яҙмыш. Тәҙрәләрендә берәм-берәм ут ҡабынған бынауы биш ҡатлы йортто ғына алайыҡ. Нисә кеше йәшәһә, шул хәтлем ғаилә тарихы унда. Бына кемдер эштән ҡайтып ут ала. Икенселәре йоҡоһонан яңы уянып яҡтырта. Берәүҙәр ҡунаҡ көтә, икенселәре, киреһенсә, оҙата. Өсөнсөләре бәйләм бәйләй йәки китап уҡый. Бүлмәһенә ут ҡабыҙмай ғына телевизор ҡараусылар араһында Гөлсирә исемле ханым да бар. Телесериал ҡарарға ярата ҡатын. Иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеһен ҡаршы алған кеүек көтөп ала ул һәр кисте. Йомшаҡ кәнәфиҙә ултырып, рәхәтләнеп ҡарар өсөн көнө буйы әҙерләнә тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Иртән йәһәтләп тора һалып, өйөн йыйыштыра, йыһаз-ҡаралтыларының туҙанын һөртөп, иҙәненең саңын һурҙыртып алғас, көн буйына етерлек бешеренеп ҡуя. Дауамы 👉https://kungak.ru/news/fate-life/2026-07-21/yuy-meyes-4757853
Открыть в MAX- Просмотры
- 35
- ER
- —
- Реакции
- —