Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    💥Ен һуҡҡан. Булған хәл Төпкөл ауылда тыуып үҫтек. Ғаиләбеҙҙә береһенән береһе ваҡ биш бала. Күршелә генә Ғәлимә инәй менән Барый бабай йәшәне. Бабай беҙгә бик сәйер тойолдо, унан беҙ, бала-саға ғына түгел, ололар ҙа ҡурҡып, урап үтә ине. Пенсия алһалар беҙҙе өйҙәренә индереп, тәм-том менән сәй эсерә торғайнылар. Шулай бер көн Ғәлимә әбей саҡырғас, һеңлемде эйәртеп инеп киттем. Барҙыҡ. Урындыҡҡа ултырып, самауырҙан сәй эсә башланыҡ. Үҙҙәренең балалары булмағас беҙҙе әбей бигерәк яратты. Бер аҙ ултырғас бабай килеп инде. Күҙе быяла кеүек, ныҡ баҫып төпкә үтте лә барып ятты. “Балалар ҡурҡмағыҙ”, - тигән булды әбей. Ятты-ятты ла тегенеһе эт һымаҡ олой башланы, дөбөр-шатыр тауыш ишетелде. Һеңлемде алдым да ҡасып сығып киттек.🤷‍♀ https://kungak.ru/news/fate-life/2026-08-14/en-u-an-bul-an-h-l-4781719

    Открыть в MAX
    Просмотры
    36
    ER
    —
    Реакции
    —