Пост канала
- фото
Өләсәйле йорт – нурлы йорт Замана балалары һәр төрлө гаджеттарға – мобиль ҡорамалдарға һәм компьютерға көндән-көн нығыраҡ бәйле була бара. Урамда йәшенмәк йәки башҡа төрлө уйындар уйнау хәҙер инде тарихта ҡалған күренеш тиһәк, бер ҙә генә яңылыш булмаҫ...Ә бит был гаджеттарға бәйлелек ата-әсәне генә түгел, уҡытыусыларҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен, психолог һәм башҡа белгестәрҙе генә түгел, оло быуын вәкилдәрен дә хафаға һала. Тик телефонына самаһыҙ текләп ултырған баланы был ғәҙәтенән арындырыу өсөн мобиль ҡорамалды тартып алыу ғына һөҙөмтә лә, файҙа ла бирмәйәсәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Юлдыбай ауылында йәшәүсе ағинәйҙәр бының өсөн бар көстәрен һала, һәм йәйге каникулда булған бер төркөм балаларҙы йыйып, улар ошо көндәрҙә бик фәһемле сара үткәрҙе. Сара тураһында тулыраҡ сайтта уҡығыҙ 👇 https://aulut.ru/news/auyl-matur-keshel-re-men-n/2026-08-12/l-s-yle-yort-nurly-yort-4779724
Открыть в MAX- Просмотры
- 37
- ER
- —
- Реакции
- —