Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Дилә менән Вилә өс туған булһалар ҙа, яҡын әхирәттәр, хатта бер туғандар кеүек буй еткерҙеләр. Йәш айырмаһы өс йыл булһа ла, әллә йәшәгән урамдарының ул осор балалары араһында башҡа ҡыҙҙар булмағанғамы, гел бергә йөрөнөләр. Уйынсыҡтары ла, ашаған аштары ла, мәктәп кәрәк-яраҡтары ла уртаҡ ине. Китапханала алған китаптарына тиклем алмаш-тилмәш уҡынылар. Дилә Виләне яратып, һәр ваҡыт: «Һеңлекәшем», – тип кенә йөрөттө. Вилә: «Апайым», – тип хәбәр һөйләһә, үҙенең бер туған апай­ҙары булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә һүҙҙең Дилә хаҡында барыуын белә ине. Дөрөҫөн әйткәндә, уның исеме лә Вилиә ул, тик апаһыныҡына оҡшаш булһын өсөн бер хәрефен төшөрөп ҡалдырҙы. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/e-lem-e-lek-shem-hik-y-4773855

    Открыть в MAX
    Просмотры
    31
    ER
    —
    Реакции
    —