Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Рифат, ҡара һөрөм баҫҡан йөҙөн йәшереп, башын баҫып тынып ҡалған. Тәне йомшарған, аяҡ быуындары еңелсә ҡалтырай, үҙе уттай яна. Табипҡа күренеп, тейешле анализдар биргәс, барыһы ла асыҡланды. - Һеҙгә йәшәргә бик аҙ ҡалған, әйтмәй булдыра алмайым. Туған-тыумасалар, балаларығыҙ менән хушлашырға ашығығыҙ. - ... -Эйе, эске ағзаларығыҙ ныҡ йәрәхәтләнгән, был осраҡта бер нимә лә эшләй булмай шул! Хәйер, үҙегеҙҙә бөтә ғәйеп - һаулыҡ һәр кемдең үҙ ҡулында бит! Ҡатынының күҙенә нисек ҡарар инде, күпме әйтте бит уға, өгөтләп тә, әрләп тә ҡараны, юҡ, тыңламаны! Бына хәҙер ул әйткәндәрҙең барыһы ла дөрөҫкә сыҡты! Аҡыллы шул ҡатыны, алтын, тик һуңлап аңланы быны ире. Дауахананан ҡайтҡас, нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалды. Ваҡыт аҙ ҡалған тине бит әле табип. Бер минутты ла бушҡа әрәм итергә ярамай! Тәүҙә бынау ауырға торған бағаналарҙы тигеҙләп ултыртайым, рәшәткәләрҙе ҡағып, йорт алдын тәртипкә килтерергә кәрәк, юғиһә ҡатынына ҡыйынға тура килер бит былай ҙа, тип уйлап алды ла эшкә тотондо. Ихата янын матурлағас, үҙе лә иҫе китеп ҡарап торҙо - нисәмә йыл ҡулы етмәне бит ошо эшкә, баҡтиһәң ,пүстәк кенә булған икән. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/i-k-rte-hik-y-4773838

    Открыть в MAX
    Просмотры
    33
    ER
    —
    Реакции
    —