Пост канала
- фото
"Башҡорт булыуым менән ғорурланам" Башҡортостандан Санкт-Петербург ҡалаһында һәм Ленинград өлкәһендә йәшәгәндәрҙе һәм шулай уҡ төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙы берләштереү. Кәрәк булған саҡта бер-беребеҙгә ярҙам итеү. Бергә булһаҡ көслөрәк булырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Әммә тыуған еребеҙҙән алыҫта булғанлыҡтан, тыуған яҡтар, телебеҙ һағындыра. Бергә йыйылһаҡ, башҡортса һөйләшәбеҙ. Шуға күрә халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен онотмау, һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән төрлө саралар ойошторабыҙ. Әле беҙҙә “Ирәндек” фольклор һәм “Наза” бейеү ансамблдәре эшләй. Башҡорт фольклор ансамблен үҙем етәкләйем. Йырҙарҙы ҡыҙҙар менән кәңәшләшеп, бергә һайлайбыҙ. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайбыҙ. Аллаға шөкөр, ҙур байрамдарҙа һәр ваҡыт ҡатнашабыҙ. Әле бына августа уҙасаҡ фестивалгә саҡырыу алдыҡ. https://hakmar.ru/news/godpoleznihdel/2026-08-12/bash-ort-bulyuym-men-n-orurlanam-4779080
Открыть в MAX- Просмотры
- 32
- ER
- —
- Реакции
- —