Пост канала
- ссылка
Кемдеңдер үҙәккә үтерлек итеп сеңләп илауына уянып китте Гүзәл. Хәйерһеҙ, әллә теге бесәй балаһы шулай илаймы икән? Ҡайһы бәғерһеҙе аҙаштырып киткәндер, алты йәшлек ҡыҙы урамдан тотҡан да алып ингән. Өйҙәре ауылдың иң ситендә булғас, шуныһы ҡыйыныраҡ: ауылдаштары артыҡ-мортоҡ бесәй балаларын да, эт көсөктәрен дә алып килеп ташлай ҙа китәләр. Ә балалары бигерәк нескә күңелле, йәлләүҙән йөрәктәре өҙөлә – өйгә ташыйҙар. Бына был бәләкәс кенә йөн йомғағын да ах-ух килеп тәрбиәләнеләр: өс йәшлек улы арҡаһынан һыйпап үҙенсә йыуатты, ҡыҙы йүгереп кенә һыуытҡыстан һөт алып килде, инде үҙен еткән егеткә һанай башлаған етенселә уҡып йөрөгән ағайҙары, тыштан эҙләй һалып, бушаған һут һауытын алып инде, үткер бәкеһе менән төбөн ҡырҡып, бына тигән һөт һауыты яһап бирҙе. Етмәһә, бәләкәс туғандарын үҙенсә шелтәләп алырға онотманы: «Теләһә ниндәй һауытҡа һөт ҡоймағыҙ, бына ошо булыр бесәйҙеке». Тик балалары йән атып торһа ла, бесәй балаһы мейес алдына ултыртҡан һөтөнә әйләнеп тә ҡараманы, мөйөштән мөйөшкә ямаҡай мыяулап йөрөүөн белде.» Бес-бес-бес-бес-бес», - тип уның бер алдына, бер артына сығып саҡырған ҡыҙының күҙҙәренә йәш тулып китте, иларҙай булып бесәй балаһын күкрәгенә ҡыҫты, иркәләп башынан һыйпаны. «Әсәһен эҙләй был», - тип һығымта яһап ҡуйҙы ағайҙары. …Сеңләү тынманы. Инде ул үкһеп-үкһеп илау тауышына әйләнде. Ҡапылғара йоҡоһонан айнып, күҙҙәрен аса алмай ятҡан Гүзәлдең зиһенен йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтте: «Әсәйем!» https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/kenes-hik-y-4773819
Открыть в MAX- Просмотры
- 36
- ER
- —
- Реакции
- —