Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    – Барып тормаһаң да булыр, енгәйең хәҙер юҡ инде. – Нисек юҡ? Үлдеме әллә? – Кит, алйот, ауыҙыңдан ел алһын! Тере, әлбиттә. Таһир ағайың менән айырылыштылар. Балалары өйҙә, әлбиттә, барһаң, ҡыуанырҙар ине лә. Яңғыҙ ир янына барһаң, уңайһыҙ булыр. Эсеп тә йөрөй, тиҙәр ине... Бындай яңылыҡтан шаңҡып ҡалдым. Бер юлы әллә күпме һорау яуҙырырға тотондом: – Ниңә айырылдылар, ҡыҙҙарын ниңә алып китмәне? Ҡайҙа йәшәй хәҙер? Әсәйемдең яуабы мине тағы ла иҫәңгерәтте. – Күршеһе Айнур менән бер аҙна элек Өфөгә сығып киткән. Балаларҙы урынлашҡас, ҡайтып алам, тип әйткән, ти. Кеше һүҙе инде, үҙем күрмәнем бит. Эй Аллам, ир менән ҡатын араһы – ҡара урман, нимә булғанын кем генә белә инде. Таһирға ла ҡатын табылыр ул, ҡыҙҙары йәл... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-08-10/min-b-hetle-buldym-4776709

    Открыть в MAX
    Просмотры
    32
    ER
    —
    Реакции
    —