Пост канала
- ссылка
Ишек киң асылып китте лә унан дәү шәүлә пәйҙә булды. Кәпәсен ҡулына алған, бите һыуыҡтан ҡыҙарған, иңбашына ҡар ҡунған ир, әкиәт батырылай, тыштан ингән быуға сорналып, тупһа аша атланы. Уға ҡарап ҡатҡан Гөлнәзирәнең йөҙөн мейестәге ут ялҡыны ғәжәйеп сүрәткә килтергән. Ялҡын телдәренең уйнауы ыңғайына ул йә хур ҡыҙылай һылыу, йә убыр ҡарсыҡтай имәнес төҫ ала. Елпек шәмдең һүрәм яҡтыһы иҙәндә торған ҡыҙ баланы төҫмөрләрлек кенә яҡты һибә. Бала әсәһенең итәгенән тартып, уға аңҡайып ҡараны: – Әсәй, атай ҡайттымы әллә? – тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты. Ирҙең йөҙөндә шатлыҡ-бәхет сатҡылары. Табыш менән ҡайтҡан һунарсы, дошманын еңгән батыр, сихырҙы емергән егет, кәсебе уңған сауҙагәр – уның бар булмышында бөтә ауырлыҡтары артта ҡалған кешегә генә хас һиллек… Гөлнәзирәнең күҙҙәренән йәштәр аға. Ул уны һиҙмәй. Йөрәгендә ҡайнаған мең төрлө тойғо йөҙөнә сыҡҡан: ҡыуаныс та, ҡурҡыу ҙа, тормошоноң бынан ары яҡшыға үҙгәреүенә өмөт тә, был хәлдең хәйерлегә барып бөтөүенә шикләнеү ҙә… Көтмәгәндә, инде тамам төңөлгәс, нисәмә йылдар хәбәр-хәтере булмаған ире ҡайтҡан. Фашист әсирлегенән ҡасып, партизан отрядында һуғышһа ла, еңеү йылының көҙөндә ул ҡулға алынғайны. Һатлыҡ йән мөһөрө һуҡтылар. Ҡатыны менән яңы ғына йәшәй башлағайнылар. – Әсәй, атай мәллә? – сабырлығын юғалтҡан бала, әсәһенән яуап алмағас, итәкте ебәрмәй генә иргә ынтылғандай итә лә, туҡтап ҡала. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/atayly-y-ine-4773791
Открыть в MAX- Просмотры
- 35
- ER
- —
- Реакции
- —