Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. ссылка

    Ҡыҙарынып-бүртенгән Ғәйфи, бер ҡабаланып ҡамыр баҫҡан ҡатынына, бер диванда күҙҙәрен йомоп уҡынып ултырған әсәһенә ҡараны. Күрмәмешкә һалышалар, һөйләшмәйҙәр, ә?! - Юҡ, аңламайым, мин ул балаға атай түгелме ни? Йорт хужаһы ҡатынының эргәһенә ултырғысты таһырлатып алып килеп ултырҙы ла, түҙмәй, тағы һүҙ ҡушты. Ҡәнәғәтһеҙлеген һәм борсолоуын йөҙөнә сығармаҫҡа тырышҡан Хәтирә, шулай ҙа, йәне көйөп: - Уф, Ғәйфи, әллә нимә һөйләйһең! Һин булмай, кем тағы? - тип яуапланы. - Һуң, шулай булғас! Нишләп бөтөнләй кешегә һанамай ул мине?! - Кейәүгә сығыу - кешегә һанамау түгел инде, һин бигерәк… Ғәйфи ырғып тороп, һөйләнә-һөйләнә бүлмә буйлап йөрөй башланы. - Бер ай элек барҙым бит әле мин уға! Тейәнеп! Әлләсе, бер ир затын да күрмәнемсе… Нисек инде, шул арала кемделер тапҡан да, кейәүгә лә сығып киткән? Бер нәмә аңламайым! Ҡырылмаһа-ҡырҡ һорауына яуап алырға теләгәндәй, ҡатынына текләп торҙо ярһыған ир. Тегенеһе өндәшмәй-нитмәй, һаман тырышып һалма йәйеүен белә. Әйтерһең дә, ул ғына был өйҙә ҡайғыра, аптырана, ә ҡалғандарға уның йән һыҙлауҙары бер ни түгел! Үҙ эштәре менән булыуын беләләр! - Юҡ, утыҙ йәшкә етеп, ҡасып-боҫоп тигәндәй, кейәүгә сығып ятсы әле! - тип дауам итте ул. - Ҡарале, нимә тип яҙа ялбырбаш, уҡып ҡара! "Кейәүгә сыҡтым. Иртәгә кис танышырға алып ҡайтам". Ул нимә тигән һүҙ ул, ә? - Йөҙ тапҡыр уҡыныҡ бит инде… Бөгөн ҡайтып төшөрҙәр, Алла бирһә, барыһын да аңлатырҙар. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/k-t-lm-g-n-key-4773811

    Открыть в MAX
    Просмотры
    31
    ER
    —
    Реакции
    —