Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Юлаусымды юллап ҡала ситенә килдем. Тимер юл вокзалына яҡын урынлашҡан өс ҡатлы йорт мин студент саҡта уҡ бар ине. Егерме йылдар самаһы элек үк иҫкергән һымаҡ күренгән торлаҡ хәҙер бөтөнләй туҙған, ташландыҡ хараба рәүешендә ҡалған. Ишек алдын сүп-сар үләндәре баҫҡан, ҡасандыр балалар өсөн әтмәләнгән майҙансыҡтың тимер ҡоролмаларын да тут ҡаплаған, ҡом йәшниге янындағы ултырғыста ҡояшта ҡыҙынырға сыҡҡан ике әбей генә суҡайып күренә. Тегеләргә ят кешенең күренеүе бөтөнләй тәьҫир итмәне, нимәлер ҡапҡандай тешһеҙ ауыҙҙарын мөйтәңләтеп ҡуйҙылар бары, шунан һүнеп барған ҡараштарын билдәһеҙлеккә йүнәлттеләр. Был йоҡомһорағандарҙан, ҡомдары ҡойолғандарҙан ниндәйҙер мәғлүмәт алырға тырышыу һөҙөмтә бирмәҫен белгәнгә белекле ҡиәфәттә тура ҡарап үттем. Һиҙемләүемсә, миңә беренсе подъезға инергә. Эстә лә шул уҡ емереклек: серей башлаған ағас рамлы тәҙрәләр, яҙылып-сығылып бөткән стеналар күптән аҡлау күрмәгән. Танауға тонсоҡ-торғос ауыр бесәй һыҡраһының еҫе бәрелде. Икенсе ҡатҡа күтәрелдем, кәрәкле фатирҙы табып дермантин менән көпләнгән ишек ҡаршыһына баҫтым. Саҡырыу төймәһенә ҡабат-ҡабат баҫһам да эс яҡтан яҡынлаусы тойолманы. Һаҡ ҡына тартҡайным, бикһеҙ ишек ауырлыҡһыҙ асылып китте. Эскә атланым да ярым ҡараңғы үткелектә туҡтап ҡалып һаҡ ҡына өндәштем:... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-08-08/s-f-r-4775664

    Открыть в MAX
    Просмотры
    33
    ER
    —
    Реакции
    —