Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Яңылышлыҡ (Хикәйә) – Иҫәнме? – Юҡ шул... Юлда уҡ үлгән... – Тағы туҡмағанмы? – Белмәйем. Табиптарға, икенсе ҡатҡа менеп килгәндә аяғы тайып китте лә, тәгәрәп төштө, тигән. – Йыртҡыс... Һин эштәме? – Эйе. Тик янына инергә ниңәлер ҡурҡам, апай. – Хәҙер барып етәм. Ҡатын кейенеп, бит-ҡулын йыуҙы ла ҡулына сумкаһын алды. “Нимәләр алырға? Бындай саҡта нимә кәрәк һуң әле? Аҡса, телефон... Өй һәм машина асҡысы ҡайҙа һуң әле?.. Тәк, машина йөрөтә аламмы бөгөн? Юҡ, такси саҡыртырға кәрәк... Әллә эштән берәйһен саҡыртырғамы? Сәғәт таңғы биш, был ваҡытта барыһы ла йоҡлай. Такси...” – Лилиә, йүгерек уйҙары менән ярышып тигәндәй йыйынып, тышҡа сыҡты ла таксиҙа дауаханаға юлланды... Шофер өндәшкәс кенә машинаның ҙур ҡапҡа янында туҡтауын абайлап ҡалды. Һеңлеһе шылтыратҡандыр – һаҡсы егет документына күҙ һалды ла үткәреп ебәрҙе. https://ashkadar.com/news/azabi/2026-08-08/ya-ylyshly-hik-y-4775964

    Открыть в MAX
    Просмотры
    32
    ER
    —
    Реакции
    —