Перейти к содержимому

Пост канала

Беҙҙең Башҡортостан
  1. фото

    Мазһар ҡәйнәһе менән һөйләшеп ҡарарға булды. Уныһы тәүҙә ыҡҡа килмәне. “Ҡыҙымды әсәйеңдән талатып йәшәттең! Шуға икенсе кеше менән йөрөп киткән инде. Үҙең ғәйепле! Хәҙер бала кәрәк булдымы?! Алдан уйлар кәрәк ине. Бала икегә бүленмәй!”,-тип ҡысҡырҙы ул. Мазһар баланы үҙенә бирһәләр, Әнисәгә генә түгел, ә ҡайны-ҡәйнәһенә лә аҡса ебәреп торасағын әйткәс, теге уйға ҡалды, унан ҡыҙы менән һөйләшергә вәғәҙә бирҙе. Икенсе көндө Әнисә улын Мазһарға биреп ебәрергә риза булды. “Ҡара уны, әгәр миңә аҡсаң килмәһә, барып баланы алып ҡайтып китәм йә һин уны урлап алып китте тип ғариза яҙам да ҡуям!”-тине ул. Мазһар Әнисә кире уйлап ҡуймаһын тип, улының әйберҙәрен йәһәт кенә йыйып алды ла, машинаһына ашыҡты. Былай булмай, улын ата-әсәһенә ҡалдырып тағы бер вахттаға ғына барып ҡайтырға ла, тыуған яғында төпләнергә кәрәк. Ул осраҡта балаһын да Әнисәнән законлы рәүештә тартып аласаҡ. Сөнки судта барыһын да һөйләп биргәс, судья Мазһарҙың хәленә инде, әммә ата кеше һәр саҡ балаһы янында булырға тейешлеге төп шарт булыуын әйтте. Атаһының уйға сумыуын кескәй бала үҙенсә ҡабул итте. “Атай, һин ҡайғырма. Өләсәй һинең әсәйең бит. Ул минең дә әсәйем дә булыр...”-тине кескәй күҙ йәштәре менән. https://hakmar.ru/articles/kho-u-a-lau/2026-08-06/bala-ikeg-b-lenm-y-4774517

    Открыть в MAX
    Просмотры
    36
    ER
    —
    Реакции
    —