Пост канала
- ссылка
Нәйлә ирен ҡәбергә тыҡҡан һөйәркәһенә бәддоға уҡығайны бит…Нишләп уның рәнйеше яңы өйләнешкән йәштәргә төшкән?! Нишләп әсәһенә тәғәйен ҡарғыш балалар башына булған!? ...Зыяраттың ҡапҡаһынан ингәс тә Найлә иренең ҡәберендә ят нәмәләр барлығына иғтибар итте. Үткәндә ингәндә генә, улы менән ҡыҙы һалған веноктан башҡа, бер нәмә лә юҡ ине. Әле килеп ҡара таҫмаға уралған ҡара раузалар ята, шыма ғына йомро таштар хасил булған. —Ҡәберҙә лә тынғылыҡ юҡ икән һиңә. Биш йыл буйы әүрәтеп алып йөрөп, типһә тимер өҙөрлөк ирҙе ер ҡуйынына тығыуы етмәгән, бында килеп етешкән, ҡәбәхәт,—тип таштарҙы йыя-йыя күҙ йәштәре түкте ҡатын. Былай ҙа иренең һөйәркәһен бәддоға уҡып, таш бәреп язаларға теләге ҙур ине Нәйләнең. Ул таштарҙы үҙе алып килеп һалған икән. Ҡылам бит мин һине былай булғас!—тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә һыҡтаны ул. Төрлө төҫтәге таштар ҡулына һыймай, һыпырылып төшә башланы. Уның бындай ҡыланышын ситтән күҙәтеп торған бер әҙәм аптырап: «Апай, ҡәберҙәге нәмәләргә тейергә ярамай бит. Ҡулығыҙ ҡорор»,—тигәс, таштар шауҙырлап кире ҡәбер өҫтөнә сәселде. Изге урындағы әйберҙәргә тейергә ярамай икән, ул бисәнең үҙен ҡоротам. Уны йәлләргә хәҙер Мирйән юҡ. Теге саҡта «Уйнаш итеүегеҙҙе фаш итәм, Рәйфәңдең иренә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләйем», тигәндә Мирйән: «Ҡуйсы, Нәйлә, буш менән булышма. Уның ире шул тиклем алйот, үлтерер бахырҡайҙы,— тип уны шаҡ ҡатырғайны. Егерме биш йылдан ашыу түшәк бүлешкән ире хәләл ефетен түгел, уйнаш иткән ҡатынды ҡайғырта?! Эй, ғәрләнде Нәйлә. Шул ерҙә ер уйылһа, биллаһи, уйлап та тормай шунда ырғыр ине… Был хәл уны сығырынан сығарҙы. Нисек тә был икәүҙән үс алырға, оҫта ғына итеп теге бисәнең иренә һөйәркәләрҙе тотторғоһо килде. ...Иренең «һулаҡай»ға йөрөүен баштан уҡ һиҙҙе Нәйлә. Быға тиклем гел тормоштоң ауырлығына зарланған, бер нәмәнән дә йәм тапмаған ир йораты эштән һуң өйҙәренә шул тиклем яҡшы кәйефтә, осоп ҡайтып инә башланы. Тамаҡ ялғап ала ла гаражға сығып китә. Бер көндө был нимә менән булыша икән тип артынан сыҡһа, уныһы көлә-көлә телефондан һөйләшә. Кис ире, йыуынырға инеп киткәс, телефонын тикшереп ҡараны. Ят номерҙар ҙа, исемдәр ҙә юҡ һымаҡ. Күңелен шик ялмап алған ҡатын смс-тарҙы ҡарап сыҡты. Ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә һүҙҙәр яҙылмаған, ә ниндәйҙер серле һандар теҙелгән ине. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/b-ddo-a-4773702
Открыть в MAX- Просмотры
- 35
- ER
- —
- Реакции
- —