Пост канала
- ссылка
-Шыңшыма! Ҡулды ҡыбырлатыр алдынан баш менән уйлар инең. Мин һиңә ҡолаҡ һурпаһын ғына бирергә ҡуштым кисә. Итен бөгөн бирер инең. Ишетһен ҡолағың – ашатманың бер нәмә лә.Әйтелгәндең үҙенә лә ҡағылғанын аңлаған Хатмулла ҡарт, яланаяҡ Фәүҡинурҙы етәкләп, сығып китеү яғын ҡараны.-Һөйәгем, һөйәгем ҡалды! – Юрғанға урап, һаламға төрөлгән ҡыҙҙың илауын ҡарт үҙенсә аңланы:-Һөйәк кенә түгел, ҡан да уртаҡ ине шул. Ай, бала! – Был тирәнән китә һалһа, күргән михнәттәре кәмер ине тигәндәй, юртып барған атының арҡаһына сыбыртҡыһын тамыҙҙы ҡарт. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/s-nsek-y-ge-hik-y-4773863
Открыть в MAX- Просмотры
- 31
- ER
- —
- Реакции
- —