Пост канала
- фото
Хәйретдин был ваҡыт Әрҙәнәғул йырынына еткәйне, атын яра-яра шунда керҙе лә китте. Яҙын тауҙан шаулап ағып төшкән ҡар һыуҙары тәрән соҡорҙар хасил иткән, эре таштар ҡуптарып сығарған. Енәйәтсе төпкөлгә инде, тәрән соҡорҙо һайланы. Яҡшы бишмәт менән күн итектәрҙе һалдырҙы. Эстәге кәзекәйгә тейеп торманы. Егетте соҡорға төртөп төшөрөп, таштар менән баҫырҙы. Ҡоҙғон соҡорлоҡ, һыу ағыҙырлыҡ булмаһын, тип ныҡлап тырышты.Аҡса бишмәт сабыуҙарына, арҡа, күкрәк тәңгәлдәренә эслек аҫтына һалынып, яҡшылап һырып тегелгәйне. Хәйрүштең ҡомһоҙлоғонан йөрәге дөпөлдәне, былай уҡ булыр, тип уйламағайны. Ҡан аҡҡан утындарҙы таҙартты, сананы ҡырыштырҙы. Көҙгө эңерҙә генә ҡайтып керҙе. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-08-04/yauap-totou-4771978
Открыть в MAX- Просмотры
- 39
- ER
- —
- Реакции
- —