Пост канала
- фото
Мин - ҡатын-ҡыҙ Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорттоң ҡото, Янып торған усағы, Итәге үә етәге, Уңдырышлы тупрағы. Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорт йөрәге, Һиҙгер, нескә тойғоһо, Бәйелде үҙ урынына Ултыртыр урындығы. Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорт терәге, Тотҡаһын тотҡан усы, Аҡылдың еңеренә Ҡаҡшамаҫ ышанысы. Мин - ҡатын-ҡыҙ: йорт сырағы, Һүнмәгән намыҫылыр, Ер бишеген бәүелткән Байымаҫ ҡояшылыр. Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Открыть в MAX- Просмотры
- 162
- ER
- 3,7%
- Реакции
- 6