Пост канала
- фото
"Сәсрәп китһен донъяһы!"- тип, Ҡатын бөгөн йоҡланы. Иртән һыйырын һауманы, Хатта көтөү ҡыуманы. Һөтһөҙ ҡалған ас быҙауҙар Баҡырышты, туланы. Туғыҙҙа торған иренә Ҡайнар сәй ҙә булманы. Ҡыҙҙың сәсе үрелмәне, Йыйылманы йорт-ҡура. Хатта бахыр тауыҡтар ҙа Ас килеш бикле тора. Ахрызаман еткән өйҙә: Киткән кеүек йорт ҡото. Ғүмергә бер тәүге тапҡыр Йоҡо туйҙырған ҡатын. Гөлнур Ҡыуатова
Открыть в MAX- Просмотры
- 195
- ER
- 8,7%
- Реакции
- 17