Пост канала
- фото
Селтәрле ҡоймаҡ Ҡоймаҡтың ниндәй генә төрлө рецептары юҡ. Һәр хужабикә уны үҙенсә ҡоя. Әйҙәгеҙ әле селтәрле генә итеп ҡоймаҡ ҡойоп алайыҡ. Был ҡоймаҡ шундай тәмле, тишекле генә булып бешә. Бер йомортҡаны ярты балғалаҡ тоҙ, ике балғалаҡ шәкәр менән туҡырға. Артабан ярты литр ҡатыҡ ҡойоп болғатырға. Аҙаҡ бер стакан ҡайнар һыуға ярты балғалаҡ сода һалып, кефир өҫтөнә ҡойорға. Шунан самалап он, көнбағыш майы һалып туҡырға.
Открыть в MAX- Просмотры
- 150
- ER
- 2,0%
- Реакции
- 3