Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    "Намаҙҙарҙың ҡабул ителгәне һәм ҡабул ителмәгәне (йәғни, кире ҡағылғаны) була. Шәриғәткә ярашлы ҡылынғандары ҡабул ителә, шәриғәтсә ҡылынмағандары иһә кире ҡағыла. Һәм башҡа бөтә ғибәҙәттәр менән дә шулай. Сөнки Пәйғәмбәр ﷺ: "Кем беҙ ҡушмағанса (диндә булмағанса) ғәмәл ҡыла, шул кире ҡағылыр", – тигән. Йәғни, дингә тура килмәгән эштәре ҡабул ителмәҫ. Мөслим, "Сахих" (1718). Мәҫәлән, намаҙҙарҙың фарызы ла, нәфеле лә, хатта йыназа намаҙы ла, әгәр кеше уларҙы тәһәрәтһеҙ уҡыһа, ҡабул ителмәй. Тәһәрәтһеҙ икәнен онотҡан килеш уҡыһа ла – барыбер. Тәһәрәт мотлаҡ булырға тейеш. Ғөсөлө юҡтың ҡылған намаҙҙары менән дә шул уҡ хәл. Намаҙҙы белә-күрә тәһәрәтһеҙ уҡыу иһә – харам эш. Аллаһ ундай намаҙҙы ҡабул итмәй, ә күрәләтә Аллаһ ҡабул итмәҫлек рәүештә Уға ғибәҙәттәр бағышлау – Уға ҡаршы сығыу, дошманлыҡ күрһәтеү ул. Һәм был – мыҫҡыл итеүҙең бер төрө. Кеше бер намаҙ өсөн тәһәрәт алып, аҙаҡ икенсе намаҙҙың ваҡыты ингәндә лә шул тәһәрәте боҙолмаған булһа, уға ҡабаттан тәһәрәт алыу мотлаҡ түгел". Ибн әл-Ғүҫәймин, "Тәнбиһ әл-Әфһәм шәрх Ғүмдәт әл-Әхкәм", 2-се хәҙис.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    153
    ER
    2,0%
    Реакции
    3