Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    Һин бит, әсәй, иң-иң матур йыр! Ниндәй гүзәлһең һин, әсәкәйем, Ҡашҡайҙарың - ҡыйғас ай ғына. Булмышыңда - Ҡояш үҙе көлә, Атлауҙарың ҡупшы, яй ғына. Ғүмер буйы эштән бушамаған Ҡул суҡтарың шундай семәрле. Таң йөҙөнән тороп төндә ятҡан Һин генә ул, әсәй, егәрле! Изге күңелең үҙе бер "Фатиха", Бар фиғелең - шифа, доғалыҡ. Һиңә ҡарап тура һуҡмаҡ табам, Юлдарымда ҡалһам юғалып... Битеңдәге һәр бер йыйырсығың Минең өсөн сағыу биҙәк-нур. Гүйә, улар нота клавишала, Һин бит, әсәй, иң-иң матур йыр! (Айзилә Мортаева)

    Открыть в MAX
    Просмотры
    158
    ER
    3,8%
    Реакции
    6