Пост канала
- фото
Махсус хәрби операция тураһында яңы йыр Үҙешмәкәр композитор Айрат Хөснуллин махсус хәрби операция тураһында яңы йыр ижад итте. Уның һүҙҙәре – хеҙмәттәшебеҙ Айзилә Мортаеваныҡы . Беҙ йырҙың яҙылыу тарихын һорап, Айрат Хөснуллинға мөрәжәғәт иттек. - Был йыр үҙенең тамырҙары менән минең үҫмер сағыма барып тоташа. Ул саҡта ағайым Афғанстанда хеҙмәт итә ине. Беҙ Афған йырҙарын йырлап йөрөнөк. Шуларҙың береһе “Письмо матери” ине: “Здравствуй, мама, я пишу тебе письмо, Здравствуй, мама, у меня все хорошо...” тип башлана ине ул. Ул һуғыштан ағайым герой булып, “Ҡыҙыл Йондоҙ” орденын алып ҡайтты... Йылдар үтте. Әле МХО бара. Тағы ла беҙҙең ир-егеттәребеҙ яу яландарында. Минең өс туған ағайым да унда... МХО тураһында күптән йыр яҙырға теләк бар ине. Йырҙың көйө күптән әҙер, көйләп йөрөйөм, ҡайһы бер һүҙҙәре лә йөрәк түремдән урғып сыҡты, әсәйгә хат формаһында буласаҡ ул тип уйлайым. Ошо идеям менән бер нисә авторға мөрәжәғәт итеп ҡараным, әммә һаман йырға текст яҙылманы. Дрондар һуғыш яланында ғына түгел, беҙ эшләгән производство объекттары өҫтөнән дә оса башлағас, күңелемдә йырҙың яңы юлдары тыуҙы: “баш осомдан ҡәһәр ҡошсоҡтары оса”. Беҙгә шул тиклем ҡурҡыныс булғас, яуҙағы һалдаттарыбыҙ ниҙәр кисергәнен бөтә йөрәгем менән тойҙом. Ошо тетрәнеүҙән һуң, йырҙың һүҙҙәре ниндәй буласағы тулыһынса күҙ алдына баҫты. Мин йәш шағирә Айзилә Мортаеваға мөрәжәғәт иттем һәм был йырға ниндәйерәк юлдар кәрәк икәнлеген аңлаттым. Айзиләгә рәхмәт, ул мине тыңланы һәм аңланы. Бер нисә көндән ул йырҙың һүҙҙәрен яҙып бирҙе. Йыр тулыһынса әҙер булды. Аранжировкаһын эшләүен үтенеп, йырсы Ильяс Кинйәғоловҡа мөрәжәғәт иттем. Ул тиҙ арала шәп аранжировка эшләне. Раян Абдуллин тауыш яҙҙырҙы. Шулай итеп, күмәк көс менән махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә һәм уларҙың әсәләренә арнап, “Әсәйемә хат” тигән яңы йыр тыуҙы, - тип һөйләне Айрат һәм яҡын арала был йыр киң йәмәғәтселеккә тәҡдим ителәсәге хакында белдерҙе Шулай итеп, көтәбеҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙе ҡарап барығыҙ, тиҙҙән яугирҙәребеҙ һәм уларҙың әсәләренә арналған өр-яңы йыр төркөмөбөҙҙә яңғырар.
Открыть в MAX- Просмотры
- 176
- ER
- 4,0%
- Реакции
- 7