Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    Аҡыллы булып арыным, Арыным көслө булып. Тормош иңдәремде баҫҡан Көйәнтә төҫлө булып. Хәл итмәҫтәйҙәрҙе хәлләп, Йәлләмәҫтәйҙе йәлләп, Үтеп бара икән ғүмер Яумаҫ болоттай елләп. Моңһоҙ ғына булһам икән, Булһам икән бер иркә. Йәшәр инем кәртәләнеп, Бәләләп кенә иргә. Яугир йөрәк йөрөт инде, Хисленән хисле булып. …Аҡыллы булып арыным, Арыным көслө булып. Миләүшә Ҡаһарманова. Фото М. Николаева

    Открыть в MAX
    Просмотры
    182
    ER
    8,2%
    Реакции
    15