Пост канала
- фото
Бәлеш Ҡамыр өсөн: Бер стакан йылы һыуға бер сәй ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы майонез, өс -дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк буласаҡ. Ҡамырҙы баҫҡандан һуң 20 минут ял иттерәбеҙ. Эслекте фарш, ваҡлап туралған картуф, күүп итеп һуған, самалап борос, тоҙ һалып эшләйбеҙ. Шул арала ҡамыр ҙа әҙер булды. Бәлеш эшләп, ситтәрен матур итеп бөгөп, мейескә оҙатабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын! Гөлнара Галина фотоһы
Открыть в MAX- Просмотры
- 147
- ER
- 2,0%
- Реакции
- 3