Пост канала
- фото
Ҡәҙерле дуҫтар! Өлкәндәр көнөнә арнап, “Быуындар бәйләнеше” конкурсын иғлан итәбеҙ! Унда ҡатнашыу өсөн 30 сентябргә тиклем иң күп быуын йыйылған фотоғыҙҙы (мәҫәлән, ҡарт өләсәй-олатайы – өләсәй-олатайы – атай-әсәйе – ейән-ейәнсәре – бүлә-бүләсәре) һәм үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ тураһында мәғлүмәтте “Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡортостан ҡыҙы” журналы төркөмөнә vk.ru/bashkizi хәбәр (сообщение) итеп ебәрегеҙ Талаптар: - Ни тиклем күберәк быуын төшөрөлә – шул тиклем яҡшыраҡ - “Башҡортостан ҡыҙы” журналының “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөнә vk.ru/bashkizi һәм “Макс”тағы “Башҡортостан ҡыҙы” каналына max.ru/bashkizi яҙылығыҙ. 1 октябрь фотоларҙы төркөмөбөҙгә ҡуйырбыҙ. “Быуындар бәйләнеше” конкурсының еңеүселәрен билдәләүҙе һеҙҙең үҙегеҙгә тапшырасаҡбыҙ. 1 октябрҙән 10 октябргә тиклем ҡатнашыусы өсөн тауыш йыяһығыҙ. Ошо арала иң күп тауыш йыйған тәүге ғаилә тураһында сайтта мәҡәлә сығасаҡ һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Открыть в MAX- Просмотры
- 159
- ER
- 1,3%
- Реакции
- 2