Пост канала
- фото
🍂🍃 Тәбиғилек🌾🌿 Яҙмыштар ҙа, булмыштар ҙа Бер Аллаһ ҡушыуынан. Әллә ниҙәр ҡылып булмай, Саманан ашыуыңдан. Булғаны менән ризамын, Артыҡ бер ни кәрәкмәй. Тәбиғилек- ябай бер көс, Һәр кемгә лә эләкмәй. Һәләтем дә, ғәҙәтем дә Тәбиғәттән бирелгән, Нурға сумһын бар тирә-яҡ Йылмайыулы йөҙөмдән. Беҙ - тыумыштан тәбиғиҙәр, Яһалмалыҡ юҡ инде, Мода ҡыуып, ҡаратаһым Юҡ инде әллә кемде. Бар булғаным үҙемдеке - Силикон тығылмаған, Ҡаштарым да, йолҡоп бөтөп Яңынан һыҙылмаған. Юҡ яһалма тырнаҡтар ҙа, Оҙооон керпектәр ҙә юҡ. Ул бер нимәләрҙең миңә Сәпсим дә кәрәге юҡ. Берәүҙекенән кәм түгел Үҙ ғаиләм, үҙ өйөм, Һандуғастай үҙ телем бар, Йырларға бар үҙ көйөм. Үҙ йәрем бар яратырға, Фәрештә булмаһа ла. Өрмәгән ергә ултыртмай, Өф итеп тормаһа ла. Үҙ донъям бар, ябай ғына- Мәрмәрҙән һалмаһам да. Унда ҡайтһам, рәхәт ялым, Кипрға бармаһам да. Ашар ризыҡ- тәбиғәттән, Еләк-емеш, ҡуҙғалаҡ. Эскәнебеҙ- һыйыр һөтө, Икмәгебеҙ-ҡомалаҡ. Ысынлап тороп йәшәйек, Яһалмалыҡ ят булһын: Ысын хистәр, ысын эштәр, Әйткән һүҙҙәр хаҡ булһын. Модала булһын эшсәнлек, Дан яуһын батырлыҡҡа. Һоҡланайыҡ, ҡашҡа түгел, Баштағы матурлыҡҡа. Бер Аллаһ биргән бүләк ул Кешелә -тәбиғилек. Ысын кеше булып Ерҙә Йәшәйексе иң элек. Миләүшә Ҡыҙрасова
Открыть в MAX- Просмотры
- 161
- ER
- 6,8%
- Реакции
- 11