Пост канала
- фото
«Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондында БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең ултырышы булды, унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн үткәрелгән масштаблы проекттарҙы әҙерләү һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәр лайыҡлы баһаланды. Хеҙмәттәшебеҙ, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының верстка буйынса инженеры Гөлсинә Поповаға «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина "Рәхмәт хаты"н тапшырҙы. Беҙ Гөлсинә Рауил ҡыҙын ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Открыть в MAX- Просмотры
- 140
- ER
- 2,1%
- Реакции
- 3