Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    #БашкортостанКызы #журнал Алма – беҙҙең яҡтарҙа иң таралған емеш. Башҡортостанда ғына ла уның әллә нисәмә төрө үҫә. Ифрат файҙалы емештән нимә генә әҙерләмәйҙәр! Алма менән өйрәк ите 5 алма, 600 г өйрәктең итле өлөшө, ярты лимон, 2 балғалаҡ бал, тәменсә тоҙ, тәмләткестәр кәрәк. Иттең тиреле яғын бер нисә урындан үткер бысаҡ менән бер аҙ ҡырҡа биреп ҡуябыҙ, тоҙ, тәмләткестәр һибәбеҙ һәм ошо яғы менән эҫе табаға һалабыҙ. Бер ни тиклем ҡыҙҙырғас, икенсе яғына әйләндерәбеҙ ҙә әҙер булғансы тотабыҙ. Шунан уны икенсе һауытҡа алып ҡуябыҙ. Һыуына биргәс, итте 1-2 сантиметр ҡалынлығындағы киҫәктәргә бүләбеҙ. Алманы йыуып әрсейбеҙ, тосон алабыҙ ҙа дүрт өлөшкә бүләбеҙ, бер аҙға лимон һуты өҫтәлгән һалҡын һыуҙа тотабыҙ. Шунан ит ҡыҙҙырылған табаға һалып, 5 минут самаһы ҡыҙҙырабыҙ. Бал өҫтәйбеҙ ҙә 1–3 минуттан утты һүндерәбеҙ. Табынға биргәндә, ит менән алманы аралаштырып һалабыҙ. Гөлшат ҠУНАФИНА. башкортостанкызы.рф/category-4... башкортостанкызы.рф/category-4... Фото Р. Хисаева

    Открыть в MAX
    Просмотры
    144
    ER
    1,4%
    Реакции
    2