Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    Имбир менән һарымһаҡтан дарыу Эсемлек һарымһаҡ, имбир, лимондан һәм һыуҙан әҙерләнә. Ул ҡан тамырҙарының томаланыуын дауалай, ҡандағы холестерин күләмен кәметә, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә, иммунитетты нығыта, бауырға организмды таҙартырға ярҙамлаша һәм шулай уҡ инфекцияларҙы юҡ итә. Һаулыҡ эликсирын үткәреү өсөн дүрт баш һарымһаҡ, дүрт лимон, әҙ генә имбир тамыры, ике литр таҙа һыу кәрәк. Лимонды йыуып турайбыҙ. Һарымһаҡты таҙартып, имбир, лимон менән бергә блендерҙа иҙәбеҙ. Быларҙың бөтәһен бергә тимер һауытҡа һалып, өҫтөнә ике литр һыу ҡоябыҙ ҙа ут өҫтөнә ултыртабыҙ. Болғатып тороп, ҡайнап сығар алдынан ут өҫтөнән алабыҙ. Һыуынғас, һөҙөп алып, быяла шешәгә тултырабыҙ. Дарыуҙы һәр көн ашарға ике сәғәт ҡалғас эсәбеҙ. Һарымһаҡ еҫе ҡала тип борсолорға кәрәкмәй, уның еҫен лимон бөтөрә. "Шоңҡар" журналынан

    Открыть в MAX
    Просмотры
    160
    ER
    1,9%
    Реакции
    3