Пост канала
- фото
ҺУРПАЛЫ ВАҠ БӘЛЕШТӘР Ҡамыры иҫ киткес тәмле, эсе йомшаҡ, үҙе һурпалыҡай ғына! Шулай итеп, музыканы тоҡандырып ебәрәбеҙ, матур уйҙарға көйләнәбеҙ һәм йөрәк йылыбыҙҙы һалып байрам ризығы әҙерләйбеҙ! ҠАМЫР: 1 сынаяҡ ҡатыҡ (ойоған һөт) + әҙ генә йылы һыу (ҡатыҡтың 3/1 өлөшө) + 150-200 гр. аҡ май + 1 йомортҡа + 3-4 аш ҡалағы манный ярмаһы + самалап тоҙ + 1 балғалаҡ соданы һеркәлә һүндереп, ошо ҡатнашманың өҫтөнә ҡоябыҙ. Барыһын да бергә болғап, сама менән он өҫтәп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Эслек эшләгәнсе шыптыр эсендә ял итеп ятһын. ЭСЛЕК: Фарш (йәки ваҡ ҡына туралған тауыҡ ите) + эрерәк туралған 5-6 бәрәңге + 2-3 баш һуған (һутлыраҡ була) + тоҙ, ҡыҙыл борос, тәмләткестәр = барыһын бергә болғайбыҙ. ҺУРПА: 100 гр. самаһы һыу + ус аяһындай ҡаҙ майы (йәки йылҡы майы) + семтем тоҙ = ҡайнатабыҙ. Өҫтәрендә бәләкәс кенә уйым ҡалдырып, ваҡ бәлештәр эшләйбеҙ. Бешеп сығыр алдынан һәр береһенә һурпа ҡоябыҙ. Бешкәс иһә, иретелгән аҡ май менән өҫтәрен буяп та ебәрһәк, бәлештәр ялтырашып, ҡыҙарышып китәсәк! 180-200 градуслы духовкала 30 минут тирәһе бешерергә. Ныҡ тәмле! Ысын! Ауыҙҙа иреп кенә тора! М-м-м! Аштарығыҙ тәмле, табындарығыҙ мул, яҡындарығыҙ имен-һау булһын, дуҫтарым! "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән
Открыть в MAX- Просмотры
- 160
- ER
- 1,9%
- Реакции
- 3