Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    Көҙгә китәм! Йәйҙе көттөм – йәйем үтеп бара, Мөғжизәләр көттөм йәйемдән, Сәғәт-минуттарым бер туҡтауһыҙ Тамсы булып тама йәнемдән… Өмөт иттем йәйҙең йылыһына, Йәнем мохтаж ҡояш наҙына… …Алдап ышандырып эйәртте лә, Алып барып тыҡты һаҙына! Йәй бит үҙе – бер бәләкәй ғүмер, Танһыҡтарым быйыл ҡанманы, Йән теләгән йәшел мөғжизәгә Өмөттәрем бер ҙә ҡалманы! Былай булғас, башҡа сарам бөттө: Көҙгә китәм! Көҙөм – алтындан! Эй ялбарып миңә бахыр йәйем Илай-илай ҡалыр артымдан…

    Открыть в MAX
    Просмотры
    157
    ER
    3,2%
    Реакции
    5