Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    "Башҡортостан ҡыҙы" ның дуҫы, тәмлекәстәр бешереп, беҙҙең төркөмдө йәмләүсе яҙылыусыбыҙ Луиза Исакованың кекстарының рецептарын, һеҙҙең һорауығыҙ буйынса ҡабатлап бирәбеҙ. ❤ Рәхим итегеҙ! 😍 Тәмле кекстар💥 1 йомортҡа 50 грамм шәкәр 50 грамм сгущенка 50 грамм ҡаймаҡ 20 процентлы ,йә ауыл ҡаймағы ҡалаҡ осонда сода (уксус менән һүндерелгән) 50 грамм он 1 сәй ҡалағы какао. Болғайбыҙ, өҫтөнә клубника, ер еләге, ҡайын еләге, һөйәгенән айырылған сейә, көртмәле, ҡара, ҡыҙыл, аҡ ҡарағат, ҡурай еләге - йәнегеҙ теләгән еләктәр һалығыҙ. Был юлы минең клубника, сейә булды. , Әскелтем генә тәмле тәм бирәләр. 140 градусҡа тиклем йылытылған духовкала, 35 минут эсендә бешереп алабыҙ ҙа,тәмле маффин-кекстар менән сәй эсеп рәхәтләнәбеҙ!!!

    Открыть в MAX
    Просмотры
    176
    ER
    2,8%
    Реакции
    5