Пост канала
- видео
“Торатау” конгресс-холында "Атайсал – Ватан көсө" V юбилей форумында башҡорт дизайнерҙарының коллекциялары күрһәтелеүе хаҡында яҙғайныҡ инде. Бөгөн беҙ "Ай бренд" проектын нигеҙләүсе модельер Артур Исҡужин хаҡында яҙмаҡсыбыҙ. Артур Исҡужин Учалы егете. 2020 йылда карантин иғлан ителгәс, Артур маскалар тегә башлай, шул ваҡытта тегеү эше уға бик оҡшап китә һәм ул "Ағиҙел" берекмәһенә эшкә урынлаша. Туғыҙ ай эшләгәндән һуң, ул Антарктидаға барып, йыл ярым эшләй. Аҡса туплап ҡайтҡас, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра - "Ай бренд" проектын булдыра. - "АИ" "Артур Исҡужин" исеменең аббревиатураһы, -тип аңлата ул проектының исемен. - Беҙ ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сифатлы тауарҙан көндәлек кейемдәр тегәбеҙ, уларҙың үҙенсәлеге - этник стилдә булыуында, -ти дизайнер.
Открыть в MAX- Просмотры
- 172
- ER
- 1,2%
- Реакции
- 2