Пост канала
- фото
Никахҡа ҡағылышлы башҡорт халыҡ мәҡәлдәре • Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор. • Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ. • Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр, яман егет билгеһе – ҡатын алмаҫ, мал йыйыр. • Өйләнмәгәндең өйө булмаҫ, өйө булһа ла, иле булмаҫ. • Өйләнеү – көйләнеү. • Дәртһеҙ кеше – күҫәк, йәрһеҙ кеше – ишәк. • Донъя күрке – йәр менән. • Өйләнмәгәндән аҡыл һорамайҙар. • Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә. • Еткән ҡыҙ кейәүҙән ҡурҡмаҫ. • Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз. • Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын. • Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма. • Алыҫтан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләк килер, яҡындан ҡыҙ алһаң, ҡосаҡ-ҡосаҡ ғәйбәт килер. • Ишәк туйы – иллелә. • Менгән атың – аҡбуҙ, һөйгән йәрең – йәш ҡыҙ. • Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын ҡырҡ йыл йәшәгән. • Ҡыҙың булһа, ирҙә булһын, ирҙә булмаһа, гүрҙә булһын. • Ҡарт ҡыҙ ир һайламаҫ, үлгән кеше ер һайламаҫ. • Иртә өйләнгән – улынан-ҡыҙынан кинәнгән. • Атын алма, затын ал. • Ат алһаң – ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән кәңәшләш. • Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма. • Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан. • Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла. • Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле. • Тибешеп ятһа ла тиңең булһын. • Юрғаһына күрә дуғаһы. • Буйың етмәгәнгә үрелмә. • Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал. • Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр. • Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара. • Ҡамышты үҙ күлеңдән ал, кәләште үҙ илеңдән (йәғни, үҙ динеңдән, милләтеңдән) ал. • Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ. • Һөйгән йәр – һөйәгең елеге. • Һөймәгәнгә һөйкәлмә. • Мөхәббәт таш ярҙырта. • Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр. • Ғишыҡ тотҡан – күҙһеҙ. • Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай. • Алма үҙең һөйгәнде – алданырһың, ал үҙеңде һөйгәнде – ҡыуанырһың. • Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә. • Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр. • Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ. • Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр. • Бирмәҫ ҡыҙҙың ҡалымы ҙур. • Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир. • Ат алһаң арба кәрәк, ҡатын алһаң бары ла кәрәк. • Эшкә ашмаған ир – башыңа сир. • Ябағаны яуға менмә, ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма, малы бар тип. • Бер бар – берәгәйле бар. • Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ. bashkortostankyzy.rbsmi.ru/ bashkortostankyzy.rbsmi.ru/
Открыть в MAX- Просмотры
- 191
- ER
- 2,1%
- Реакции
- 4