Пост канала
- фото
"Башҡортостан ҡыҙы" - ҡатынымдың яратҡан журналы. Йыл һайын мин уны тыуған көнөнә бүләк итеп яҙҙырам", - тип яҙа беҙгә әүҙем уҡыусыбыҙ Рәжәп Ғәбитов һәм бөгөн һөйөклө ҡатынын яратҡан журналы аша ҡотлай. Тыуған көнөң мҽнән, Нәсимә Гайсовна–минең «әбейем»!!! Мәңгелек тә етмәҫ Һинең менән, Һин бит минең яҙмыш бүләгем. Сикһеҙлектән-сикһеҙлеккә тиклем Бергә булыу –иң ҙур теләгем. Ғүмеремдең һәр минутын ҙурлап, Һиңә бағышларға әҙермен. Тормошомда иң ҙур бәхет булып, Йәшәүеңә рәхмәт, Ҡәҙерлем! Тыуған көнөң мҽнән ҡайнар ҡотлайым Минҽң бөтә изгҽ тҽләктәрҽм, Һинҽң өсөн матур йырҙарҙа сағыла Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт , Бар нәмәгә булдың түҙемле. Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә Хоҙай ололаһын үҙеңде . Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин , Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә . Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй , Иң яҡыны беҙгә һин генә . Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын , Күтәренке булһын күңелең . Именлектә, беҙҙең менән бергә , Үтһен гөрләп һинең ғүмерең . 69йәш — ул ҡартлыҡ түгел,иң матур һан, Түңкәрһәң дә, ҡабат шул 69, үәт шулай Ә ғүмерҙең матур сағы , Бик оҙаҡ йәшә тағы. Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын, Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың. Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ, Гөрләп торған елле саҡтары. Донъя мәшәҡәтен еңә килдең, Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә. Тырышлығың, эшкә ихласлығың, һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә. Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле Һин, Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә. Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй, Иң яҡыны беҙгә Һин генә.
Открыть в MAX- Просмотры
- 150
- ER
- 5,3%
- Реакции
- 8