Пост канала
- фото
Көҙгө моң Көҙҙөң ғәжәйеп моңо бар, Күптәр уны ишетмәҫ. Ямғыр йырын, япраҡ сыңын, Һалҡын тынын иш итмәҫ Йәндәр ҙә бар арабыҙҙа, Уларға көҙ – тик һағыш. Ә көҙҙә бит күпме тылсым, Күпме сер, семәр, нағыш! Һәр япрағы – алтын алҡа, Ал да ҡолағыңа таҡ! Алтын ғына донъяларҙан Алтындай йәреңде тап! Бәлки ул, ана, моңайып, Торалыр юл сатында. Ямғырға ғашиҡ бер йәндер, Аҡ ҡулсатыр – ҡулында. Бергә саҡта көҙҙәр – йылы, Ҡояшы – алтын ҡашыҡ. Көҙҙәрҙең ғәжәп моңо бар, Тик тоймай ҡалма! Ашыҡ! (Айзилә Мортаева)
Открыть в MAX- Просмотры
- 141
- ER
- 5,7%
- Реакции
- 8