Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    Ҡатын-ҡыҙҙар ниңә шундай? Әкиәттәге толпар кеүек ҡатындар бар: Ҡанатланып, сабып осоп китерлектәр, Тормош юлын ише менән шулай бергә Күҙ асып йомғансы елеп үтерлектәр. Һандуғастай моң даръяһы ҡатындар бар: Йырҙарынан илерткәндәр, иҫерткәндәр, Таң атҡансы шашып-янып һайрағандар, Бер ғүмерҙә ҡырҡ ғүмерҙе кисерткәндәр. Йөк атындай хеҙмәт иткән ҡатындар бар: Мәңге аяғөҫтө йоҡлап сабыр иткән, Бәйге аттарына ҡыҙмай, көнләшмәйсә, Үҙ өлөшөн яҙмышы тип ҡабул иткән. Эт шикелле тоғро йәнле ҡатындар бар: Киләсәген тик берәүгә бәйләгәндәр, Өшөһә лә, асыҡһа ла, өйҙө һаҡлап, Эйәһенең уң ҡулына әйләнгәндәр. Бесәй һымаҡ йомшаҡ, наҙлы ҡатындар бар: Мырлап ҡына, йырлап ҡына көн иткәндәр, Хужаларын тәне менән йылытҡандар, Ҡыйырһытһаң – тырнаҡтарын күрһәткәндәр. Балыҡ кеүек өнһөҙ-тынһыҙ ҡатындар бар: Ғүмер буйы тып-тын ғына йәшәгәндәр, Алтынмы ул, шымамы ул, ялтырмы ул, Ауыҙ асып, һүҙҙе ситкә сәсмәгәндәр. Йылан төҫлө борғоланған ҡатындар бар: Һығып алған, бығау булып муйынына, Эй ыҫылдай, теле менән иркәләй ҙә, Тик эсендә ағыу, һыуыҡ ҡуйыны ла. Ҡатын-ҡыҙҙар ана шундай төрлө-төрлө, Йә ҡояшлы, йә ямғырлы һәр бер көнө... Булмыштары йәнәш түгел миҙгелдәрме: Сыуаҡ яҙмы, әллә инде илаҡ көҙмө? Ир-егеттәр ҡулдарында, ҡуйынында – Ҡатын-ҡыҙҙың осоштары, аймылыштары. Ер менән күк, һыу менән ут, ҡара һәм аҡ – Ике заттың үҙе яҙған яҙмыштары. /Зөһрә Ҡотлогилдина/

    Открыть в MAX
    Просмотры
    182
    ER
    4,4%
    Реакции
    8