Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    ТӘҠДИР. Әсәйем һәр ваҡыт берәй ваҡиға тураһында һөйләшкәндә ,,Яҙмыштан уҙмыш юҡ”, ,,Тәҡдирҙе үҙгәртеп булмай”, ,,Улар 50 мең йыл элек үк күктәрҙә яҙылып ҡуйылған” -тигән һүҙҙәрҙе ҡулланғаны иҫемдә. Эйе, Ҡөръәндә күп аяттар уны иҫбатлай. Психологтар үҙгәртеп була тиҙәр. Элегерәк был тема менән бик ҡыҙыҡһындым, аяттарҙы, хәҙистәрҙе тикшерендем, психологтарҙың китаптарын уҡыным, һәм тормоштағы миҫалдар менән сағыштырып, уйланып йөрөнөм. Ә үҙем ялғыш яҙмышымды 180 градусҡа бороп ебәреп, икенсе юлға – дин юлына төшөп, төрлө кире сәбәптәрҙән ҡотолоу юлдары табып, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртә башлауымды һиҙҙем. Шунан ғына Аллаһы тәғәлә үҙенең миңә кәрәк аяттарын һәм Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен “алдыма килтереп һалды”: Сүрә “Шура” (42), 30 сы аят: “Һеҙгә ирешкән бәлә –ҡазалар һәм ҡайғылар үҙегеҙҙең гонаһтарығыҙҙың сәбәбе (ҡулдарығыҙ тотҡан нәмә)” Сүрә “Нур”, 24:31: ,,Әй, мөэминдәр, бөтәгеҙ ҙә Аллаһҡа тәүбә ҡылығыҙ, бәлки уңышҡа өлгәшерһегеҙ”. Хәҙис : ,,Доғаһыҙ тәҡдир үҙгәрмәҫ, изгелекһеҙ – ғүмер оҙонаймаҫ” Хәҙис: ,, Кешенең бирелгән ризығы (удел), ҡылған гонаһтарының дәрәжәһенә ҡарап кәмей”. Ғүмәр (р.ғ.) -нең миҫалын да иҫкә төшөрәйек. Уға бер урлашҡан ирҙе килтерәләр.Шәриғәт законы буйынса бурҙың ҡулын киҫергә ҡарар итәләр. Бур әйтә: “Урлау -Аллаһтан бирелгән минең тәҡдирем, нишләп киҫергә тейешһеҙ?”-ти. Ғүмәр (р.ғ.) әйтә: “Шул тәҡдир менән ҡулыңды киҫәбеҙ ҙә инде" -ти. Шуға күрә унда урлау бөтөнләй юҡ. Беҙ хажға барғанда бер ҡатын аэропортта ҡул сумкаһын онотоп ҡалдырып киткән. Эйәһен эҙләп табып, гостиницаға килтереп бирҙеләр. Юлда кошелек ятһа ла, бер кем күтәрмәй,бәлки юғалтҡан ерен иҫкә төшөрөп, ошо урынға әйләнеп килер, тип ҡарайҙар. Ошо аят, хәҙистәрҙе ныҡлаңҡырап төбөнә төшөп уйланһаң, тәҡдирҙе үҙгәртеп була һәм уның юлдары барлығы аңлашыла. Ләкин, әҙәмгә үҙе булдыра алырлыҡ вазифа бирелә. Тәҡдирҙе бер ҙә үҙгәртеп булмай торған яҡтары була, улар тураһында дини китаптарҙа бар. Иң беренсеһе, кеше яралғанда уҡ уның батша булып, йә көтөүсе булып тыуыуы, ул йәшәгән дәүерендәге һуғыштар, тәбиғәттәге киҫкен күренештәр (катаклизмы) , тыуыр иле , климат шарттары һ.б. Былар үҙгәртеп булмай торған , алдан яҙылып ҡуйылған тәҡдир. Шуға күрә беҙҙең әсәйҙәр тәҡдиргә буйһонған, бала саҡтарында-революция, ватан һуғышы, паспортһыҙ бер ҡайҙа ла китмәй, колхозда бушҡа эшләргә мәжбүр булыуҙар, уларҙы бөккән. Әле лә ауылдарҙа әсәһен, йә туғандарын ҡарап, тыуған ауылынан айырылаһы килмәгәндәр ҙә, йә уҡырға һәләте булмағандар мәктәптән һуң ҡалаға уҡырға китмәй ҡалып, унда тамыр йәйгәндәр. Эш ауыр булһа ла, ирҙәре эскәне лә , йыйған донъяһын пыр туҙҙырып, үҙгәртеп ебәреүҙән файҙа булмаясаҡ, уларҙың мөхите шул (интернеттә күп ваҡыт”айырыл, ҡалаға күс...” тигән кәңәштәр бирәләр). Хәҙерге заманда , шулай ҙа, яҙмышты төҙәтергә юлдар бар: дин тыйылмай, мәсеттәр эшләй, уҡыталар. Мөхәммәд (сғв) әйтеүе буйынса кеше үҙ яҙмышына үҙе хужа булып сыға, яҡшыға ла , яманға ла йүнәлтә ала. ,,Доғаһыҙ тәҡдир үҙгәрмәҫ, изгелекһеҙ ғүмер озонаймаҫ” -тигәндәр бит. Был фани донъяла бирелгән йәшәү ғүмере лә, ризыҡ күләме лә алдан билгеләнгән, ләкин уларҙы кеше үҙе үҙгәртә ала. Беҙгә 50- 70 йыл ғына ғүмер бирелмәгәндер бит инде, фән 150 йәш булырға тейеш тип иҫбатлай. Әгәр әҙәм эсһә, зина ҡылһа, ярһыһа, үсләшһә, эстә кер йөрөтһә, тәмле ашарға яратһа, тәккәберлектән Аллаһ юлына төшмәй, шайтанды тыңлап юлдан яҙһа, тәҡдир менән бирелгән ғүмерен, тимәк,ҡыҫҡарта, изгелектәр ҡылһа - оҙонайта ала. Хәләл көс менән булған һүрәттә лә , тик донъя ҡыуып, мәтди яҡты ғына уйлап, рухи аҙыҡ алмаған, иманын нығытмаған, ғөшөр саҙаҡаһы түләмәгән, шөкөр әйтмәгән,ҡулына кергәндән башҡаларға өлөш сығармаған кешене Хоҙай тәғәлә малы менән һынай. Бындай ваҡытта үҙеңдә ғәйептәрҙе эҙләп, Аллаһ алдында ғәфү үтенеп, Ул ҡушҡандарҙы эшләргә тырышһаң, донъяң да яйға һалына, күңелең дә тыныслана. Был дөрөҫ, тәжрибәмдән сығып әйтәм.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    123
    ER
    —
    Реакции
    —