Пост канала
- фото
ҺИНЕҢ МЕНӘН КИЛӘ ҠАРТАЙҒЫМ! Бошонмайым, йыйырсыҡтар күрһәм, Йәшлек үткәнендә юҡ ҡайғым – Бер хыялым йәшәй күңелемдә: Һинең менән килә ҡартайғым! Юҡ-бар өсөн һис бошонмаҫ инем, Һин янымда саҡта мин - ғәмһеҙ, Һинең менән миңә һәр саҡ рәхәт, Һинең менән булмаҫ күңелһеҙ. Ерҙәр гиҙеп, донъя күрер инек, Бергә саҡта ожмах йән-яғым… Бер өмөтөм миңә көс-дәрт бирә : Һинең менән килә ҡартайғым! Йәш саҡтарҙы иҫләп көлөшөрбөҙ, Бала-сағаларға һөйләрбеҙ, Килер көнгә пландар ҡорған булып, Күңел ятҡан йырҙы көйләрбеҙ… Сәстәребеҙ, әйҙә, салланһындар, Булһын әйҙә ҡулда таяғым – Иң ҙур үтенесем Хоҙайыма: Һинең менән килә ҡартайғым! (Фирүзә Абдуллина) Фото Л. Дистанова
Открыть в MAX- Просмотры
- 152
- ER
- 5,3%
- Реакции
- 8