Пост канала
- фото
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал Аш- һыуға ҡағылышлы тыйыуҙар: * * * - Рәнйеү иң тәүҙә ризыҡтан эләгә, шуға күрә "бисмиллаһыҙ" аш- һыу әҙерләмәгеҙ. - Өҫтәлде ҡул, ҡағыҙ менән һөртөргә ярамай, фәҡирлек килә, йә тауыш сыға. - Өҫтәлдә ризыҡ ҡалдырма, ризығың кәмей. - Доға ҡылған ваҡытта өҫтәлдә бысаҡ булырға тейеш түгел, фәрештәләр ҡурҡа. - Быулы ашты бора баҫмайҙар - юл уңмай. - Кешенән биҙрә, йә берәй һауыт алып торһаң, кире биргәндә эсенә берәй ризыҡ һалырға кәрәк. -Тәҙрә төбөнә әйбер, тоҙ, ҡуйырға ярамай, унда фәрештәләр ултыра. - Ашап ултырғанда ике кеше араһында бысаҡ ятырға тейеш түгел- аралары боҙола. - Хәйер таратҡанда өҫтәлдә бысаҡ ятырға тейеш түгел. Һау-сәләмәт, бәхетле, ғүмерле булығыҙ, әхирәттәр!
Открыть в MAX- Просмотры
- 143
- ER
- 2,1%
- Реакции
- 3