Перейти к содержимому

Пост канала

Башҡортостан ҡыҙы
  1. фото

    #Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ЫРЫМ - ЫШАНЫУҘАР * * * - Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура. - Төш күрһәң изгегә юрарға кәрәк. Төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай борһаң - шулайға китә, ти халыҡ аҡылы. Сит кешегә лә һөйләргә ярамай төштө. - Аҡты( һөттө) көн байығас кешегә бирмә - һыйырыңа зыян килер. - Аҡсаны кис, ҡояш байығас, кешегә бирмйҙәр - бәрәкәте китә. - Ҡул арты ауыр кешегә мал, йә ҡош-ҡорт бирмәйҙәр, бирһәң уңмай, ҡото китә. - Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер. - Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә. - Шишәмбе - ҡоро көн, яңы өйгә күсергә, өйләнергә ярамай. - Шишәмбе, йома көндәрендә кер йыумағыҙ, юлға сыҡмағыҙ, оло эш башҡармағыҙ. - Сәфәр - ҡоро ай, өйләнергә ярамай. - Ай, йыл һуңында эш башламайҙар, оҙаҡҡа һуҙылып, ауыр барасаҡ. Ҡыҙ күсеү, киленгә ҡарата тыйыуҙар: - Ҡыҙ күскәндә ҡаҙ биреп ебәрергә ярамай. Бер алға, бер артҡа баҫа бит. - Ҡыҙ артынан гөл биреп ебәрмәйҙәр - ғүмере ҡыҫҡа булыуы ихтимал. - Ҡыҙ кеше кейәүгә киткәндә артына боролоп ҡарарға тейеш түгел. Ҡараһа - кире ҡайта. - Йыл тормай килен маҡтамайҙар. Күҙ тейеп ҡуйыуы бар. Кеше күңеленә бәйле тыйыуҙар: - Ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, күңелең китек булыр. - Кешене нахаҡҡа ҡарғама - үҙеңә төшөр. - Кешегә ҡаты бәрелмә, күңелен рәнйетеп ҡуйыуың бар. Кеше рәнйеше ҡарғыштан да яман. - Бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, нимәгә аптырайһың - шул алдыңа килә Ырым-ышаныуҙар: - Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ борон, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау-сәләмәт булырһың. - Ат һатҡанда, хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен, тип малды һарайҙан арты менән сығаралар. - Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен өсөн, өс тапҡыр:" Ҡотоңдо алам", - тип ҡабатлап, һырт буйынан, һыйыр малы һатҡанда - мөгөҙ төбөнән өс тапҡыр берәр семтем йөнөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар. Тупһаға, ишек башына даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шул дағаға эләгеп ҡала,тип һанала. Даға ен-шайтандарҙан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта: Шайтан килмәһен өсөн, Хәрәм кермәһен өсөн, Тел-теш баҫмаһын өсөн, Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, - тип теләк һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш, сөнки ҡатынан да ҡаты - ат тояғы ҡаты, тип һаналған. - Кемде лә булһа оҙатҡас, өйгә буш ҡул менән инһәң - юлға сыҡҡан кешенең юлы уңмай. Бер ҡосаҡ утын булһа ла күтәреп инергә кәрәк. - Сәфәргә киткән кеше күрешмәйенсә китһә - тиҙ әйләнеп ҡайтып күрешеүгә, ти. - Юлға сығыусы өйҙә үҙенең һынығын ҡалдырһа - тиҙ әйләнеп ҡайта. - Сәфәргә китеүсенең артынан уҡ иҙән һеперергә ярамай. - Юлға сығыр алдынан күнәктәргә мөлдөрәмә итеп һыу тултырып ҡуйһаң - юлың уңа. СӘЙЕР ДОНЪЯ төркөмөнән алынды

    Открыть в MAX
    Просмотры
    133
    ER
    3,8%
    Реакции
    5